Quantcast
Channel: Ҡотлайбыҙ! - Башҡортостан гәзите | Газета Башкортостан на башкирском языке
Viewing all 109 articles
Browse latest View live

Ҡотлайбыҙ!!!

$
0
0
Ҡотлайбыҙ!!!Бала тыуҙы, сабый донъяға килде! Әҙәм балаһы өсөн ошо хәбәрҙе ишетеүҙән дә бәхетле мәл юҡтыр. Беҙҙең коллективта ла оло шатлыҡ – хеҙмәттәшебеҙ Салауат Әбүзәровтың малайы тыуҙы.
Салауат, Лүзә! Һеҙҙе ҡыуаныслы көнөгөҙ менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ! Сабыйҙың һау-сәләмәт, өлкән ҡыҙҙарығыҙға, улығыҙға иш булып, тәүфиҡлы, бәхетле, иманлы, аҡыллы, халҡыбыҙ өсөн файҙалы кеше булып үҫеүен теләйбеҙ.

Һүҙ оҫтаһына 34 йыл

$
0
0
Һүҙ оҫтаһына 34 йылБилдәле әҙибә, һүҙ оҫтаһы, 34 йыл ғүмерен мәғрифәткә арнаған замандашыбыҙ, Жәлил Кейекбаев, Мөхәмәт­ша Бу­ран­ғолов, Рамаҙан Өмөт­баев исемендәге премиялар лауреаты, башҡорт әҙәбиәтендә үҙ темаһы — хал­ҡы­быҙҙың әүлиәләре хаҡында һүҙе булған Лира Миңләх­мәт ҡы­ҙы Яҡшы­баева бө­гөн күркәм юбилейын билдәләй. Ошо ҙур байрамы менән тәбрикләп, уға түбәндәге шиғы­рымды бүләк итәм.

Булмышы – көс һәм ышаныс

$
0
0
Булмышы – көс һәм ышаныс“Кеше үҙ көсөнә ышанған ерҙә генә уңышҡа өлгәшә”. Күренекле немец фәлсәфәсеһе Людвиг Фейербахтың был фекерен күптәрҙең тормош юлына бәйләп дәлилләргә мөмкиндер, әммә беҙҙең өсөн дуҫыбыҙ Ислам Мифтаховтан да нығыраҡ тап килгәне юҡ һымаҡ, сөнки уның булмышында “көс”, “ышаныс” һәм “уңыш” тигән өс төшөнсә айырыуса асыҡ сағыла.

Хөрмәтле Шәрифә Һөйөндөк ҡыҙының юбилейы

$
0
0
Хөрмәтле Шәрифә Һөйөндөк ҡыҙының юбилейыХөрмәтле Шәрифә Һөйөндөк ҡыҙы Хисмәтуллина ошо көндәрҙә үҙенең 90 йәшлек юбилейын билдәләй.

Фәрзәнә Сафа ҡыҙы Баһауетдинова юбилейын билдәләй

$
0
0
Фәрзәнә Сафа ҡыҙы Баһауетдинова юбилейын билдәләйОшо көндәрҙә Стәрлебаш районының Ибраҡай ауылында йәшәүсе хеҙмәт ветераны, ҡәҙерле әсәйебеҙ Фәрзәнә Сафа ҡыҙы Баһауетдинова 75 йәшлек юбилейын билдәләй.

Венера Ибраһим ҡыҙы Фәйзуллинаның юбилейы..

$
0
0
Борай районының Яңы Ҡарғалы ауылында тыуып үҫеп, әле Өфөлә тормош көтөүсе Венера Ибраһим ҡыҙы Фәйзуллинаны күркәм юбилейы менән ҡотлайбыҙ!
Кешене бәхет тыуҙырмай, бәхетте кеше үҙе булдыра. Һин үҙ бәхетеңде үҙең тыуҙырып, иреңә, улыңа, туғандарыңа өлөш сығарҙың. Йәмәғәт эштәрендә ҡайнап, күп кешегә изгелектәр ҡылдың, ярҙам ҡулы һуҙҙың. Яҡты сырайың, йылы һүҙҙәрең өсөн рәхмәт һиңә!

Юбилей менән!

$
0
0
Юбилей менән! Ҡәҙерле Гөлнәзирә һеңлем, марттың һылыу серле ҡыҙы! Шаулап-гөрләп ошо яҙғы көндәрҙә һиңә 55 йәш тула. Ә ҡасан ғына әле мин яратып-һөйөп сәстәреңде үрә, бутҡа ашата, күтәреп Димгә һыу инергә йүгерә инем. Ғүмер ағын һыу кеүек шул. Хәҙер инде, шөкөр, һин – тыуған төйәгебеҙ Әлшәйҙә билдәле шәхес – “Башҡортостандың атҡаҙанған”, “Йыл уҡытыусыһы” тигән исемдәргә, Мәғариф министрлығы грантына, Почет грамоталарына лайыҡ тәжрибәле педагог.

Фәниә Сәхәп ҡыҙы менән Миңлехәт Мәүлетйән улы Бикмаевтарҙы бергә йәшәүҙәренә 60 йыл

$
0
0
Фәниә Сәхәп ҡыҙы менән Миңлехәт Мәүлетйән улы Бикмаевтарҙы бергә йәшәүҙәренә 60 йыл Ҡәҙерле атай-әсәйебеҙ Фәниә Сәхәп ҡыҙы менән Миңлехәт Мәүлетйән улы Бикмаевтарҙы бергә йәшәүҙәренә 60 йыл тулыу айҡанлы ҡотлайбыҙ! Бөгөн улар гәүһәр туйҙарын билдәләй. Ошо бер-береһен ихлас һөйгән кешеләр тойғоларын һис ҡасан да юғалтманы. Гәүһәр — ныҡлыҡ һәм бәхет символы.

Ҡатын-ҡыҙҙар байрамы һәм тыуған көнөгөҙ менән!

$
0
0
Ер йөҙөндәге ҡәҙерле кешебеҙ – Заря әсәйебеҙҙе (халыҡ телендә Мама Заря) ихлас күңелдән 8 Март – Ҡатын-ҡыҙҙар байрамы һәм тыуған көнө айҡанлы ҡайнар ҡотлайбыҙ!

Байрам менән

$
0
0
Учалы районы Уральск ауылының балалар баҡсаһында эшләгән тәрбиәсе Гөлсәсәк Нәбиулла ҡыҙы Йәғәфәрованы (Ғиниәтуллина) ысын күңелдән яҡынлашып килгән 8 Март – Ҡатын-ҡыҙҙар байрамы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ!

Ҡәҙерле, һөйөклө ҡатын-ҡыҙҙар!

$
0
0
Ҡәҙерле, һөйөклө ҡатын-ҡыҙҙар! Һеҙҙе Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө – 8 Март айҡанлы ихлас ҡотлайым!
Ошо һоҡланғыс яҙғы байрам күптән инде иң яратҡан байрамдарҙың береһенә әүерелде. Нәҡ һеҙ донъяға яңы ғүмер бүләк итәһегеҙ, ғаиләлә ышаныс һәм татыулыҡ мөхите тыуҙыраһығыҙ, матурлыҡ һәм һөйөү, изгелек һәм наҙлылыҡ, һөйкөмлөлөк һәм аҡыллылыҡ сифаттарын кәүҙәләндерәһегеҙ.

Ҡайнар ҡотлайбыҙ!

$
0
0
Ҡайнар ҡотлайбыҙ!Гәзитебеҙҙең тәжрибәле һәм таһыллы журна­листарының береһе, яҙыусы-сатирик Винер Айҙар улы ИСХАҠОВ ошо көндәрҙә үҙенең алтын юбилейын билдәләй.

Әхмәтов Ринат Гәрәйша улына 60 йәш

$
0
0
Бөгөн беҙҙең иң оло ағайыбыҙ Әхмәтов Ринат Гәрәйша улына 60 йәш тула. Ринат ағайыбыҙ бына инде оҙаҡ йылдар Стәрлебаш районының Ҡабыҡҡыуыш ауыл биләмәһе башлығы вазифаһын лайыҡлы башҡарып килә. Ғәҙел, яуаплы, иғтибарлы етәксе булараҡ, уны халыҡ та хөрмәт итә, ихлас, алсаҡ, ярҙамсыл булғаны өсөн барлыҡ туғандары ярата, ә инде балалары өсөн ул – егәрле, уңған ғаилә башлығы һәм хәстәрлекле, яғымлы атай.

Ҡотлайбыҙ!

$
0
0
Бынан теүәл 50 элек яҙ миҙгеленең илаһи март көнөндә Күгәрсен районының Бикес ауылында зәп-зәңгәр күҙле, ап-аҡ йөҙлө ҡыҙ бала донъяға ауыз һала. Һөйөп туймаҫлыҡ сабыйға Рисәлә тип исем ҡушалар. Татыу, бәхетле ғаиләлә өс ағаһына иркәләнеп буй еткерә ул. Мәктәптән һуң БДУ-ның филология факультетында белем ала.

Туй көнө!

$
0
0
Туй көнө!Яҙғы ҡояш балҡыған мәлдә Ғафури районының Сәйетбаба ауылы йәштәре Игелеков Айназ Рәхимйән улы менән Баязитова Гөлгөнә Ғаян ҡыҙы үҙҙәренең өмөт һәм хыял йондоҙон ҡабыҙҙы – бөгөн уларҙың туй көнө. Йәштәрҙе никахҡа инеүҙәре менән ихлас ҡотлайбыҙ!

Байрамығыҙ менән.

$
0
0
Байрамығыҙ менән.Бар тәбиғәт ҡышҡы йоҡонан уянған, урамдарҙа йырлап гөрләүектәр йүгергән апрель айында һеңлебеҙ Ғәҙилә Мөҙәрис ҡыҙы БҮЛӘКОВА матур ғүмер байрамын билдәләй.

Ҡотлайбыҙ!

$
0
0
Ҡотлайбыҙ!Баймаҡ районы Татлыбай ауылында тыуып, Сибай ҡалаһында йәшәүсе Байбулова Гөлнур Әбделғәзи ҡыҙын 60 йәшлек күркәм байрамы менән ҡотлайбыҙ! Гөлнур Әбделғәзи ҡыҙы 40 йыл инде һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә эшләй, шуның 37 йылы тик бер урында – Сибай ҡала балалар поликлиникаһының лор кабинетында шәфҡәт туташы вазифаһында.

Ҡотлайбыҙ!

$
0
0
Ҡотлайбыҙ!“Танып” шифаханаһы директоры Кашшаф Сәйфитдин улы Ямалетдиновты тыуған көнө менән ихлас ҡотлайбыҙ һәм йөрәк түренән урғылған иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ.

Хөрмәтле Фәниә Хәмит ҡыҙы!

$
0
0
Хөрмәтле Фәниә Хәмит ҡыҙы!Тормош юлың һәр саҡ балҡып торһон,
Яғымлы, шат булһын күңелең.
Оҙон ғүмер, бәхет-һаулыҡ менән
Ҡайғыларһыҙ үтһен йылдарың, –

Ҡотлайбыҙ!

$
0
0
Ҡотлайбыҙ!Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге 1-се республика башҡорт балалар йорто директоры Фәнисә Малик ҡыҙы Бәҙретдинованы күркәм байрамы – 55 йәшлек юбилейы менән ихлас ҡотлайбыҙ!
Viewing all 109 articles
Browse latest View live